

Шаран ауылында Йәштәр Үҙәге белгестәре Гөлназ Бикмиева, Альбина Ғиниәтова, Алмаз Зәйҙуллин һәм ирекмәндәр Анастасия Далжанова менән Виолетта Ильясова «Таҙа Шаран» экологик акцияһын ойошторҙолар.
Акцияның маҡсаты — ауылды сүп-сарҙан таҙартыу, йәштәрҙә һәм халыҡта экологик мәҙәниәт тәрбиәләү, тыуған ергә һаҡсыл ҡараш булдырыу.
Тәбиғәтте һаҡлау — һәр кемдең бурысы. Ҡалдыҡтар тупраҡҡа, һыуға зыян килтерә һәм янғын хәүефен арттыра. Шуға күрә барлыҡ кешеләрҙе, йәштәрҙе һәм ойошмаларҙы экологик акцияларға әүҙем ҡушылырға саҡырабыҙ!
Бергәләп республикабыҙҙы таҙараҡ, йәшелерәк итәйек!