

7-се мәктәп директоры Наталья Тиглева әйтеүенсә, ремонт йыл һайын үткәрелә. Был биналарҙы тәртипкә килтереү, уңайлы һәм хәүефһеҙ уҡыу шарттары булдырыу өсөн кәрәк.
Быйыл фойе, баҫҡыс һәм икенсе ҡаттың стеналары, иҙәндәре, түшәмдәре буялған. Уҡыу кабинеттарын ата-әсәләр ярҙамында ремонтлайҙар. Коридорҙарҙы, ашхана һәм бәҙрәфтәрҙе мәктәп хеҙмәткәрҙәре яңырта. Эштәрҙе директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Светлана Фролова етәкләй.
Ремонтҡа уҡыусылар һәм студент-волонтёрҙар ҙа йәлеп ителә. Улар медицина кабинеты, коридорҙар һәм технология кабинетын тәртипкә килтергән.