

Ул паралимпия чемпионы һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов менән осрашып, йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү хаҡында һөйләне.
Шубенковтың патриотик шиғырҙары тамашасыларҙың йөрәгенә үтеп инде. «Позывной Победа» шиғыры айырыуса ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. Сығыштан һуң залда көслө алҡыштар яңғыраны.