+21 °С
Облачно
События и факты
24 Июля , 05:48

Илдар Гәрәев —Кәкрыбаш ауылындағы волонтёрҙар клубына нигеҙ һалыусы

Илдар Фәиз улы Гәрәев — Туймазылағы янғын һүндереү часте бүлексә командиры, Кәкрыбаш ауылындағы «Плетем Победу» волонтёрҙар клубына нигеҙ һалыусы һәм ауыл старостаһы. Ул ауылдаштарын берләштереп, көслө фекерҙәштәр командаһы булдырған.

Илдар Гәрәев —Кәкрыбаш ауылындағы волонтёрҙар клубына нигеҙ һалыусыИлдар Гәрәев —Кәкрыбаш ауылындағы волонтёрҙар клубына нигеҙ һалыусы
Илдар Гәрәев —Кәкрыбаш ауылындағы волонтёрҙар клубына нигеҙ һалыусы

һүндереү частендә гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторған, коллегаларын да йәлеп иткән. Ауылда уның етәкселегендә маскировка селтәрҙәре үрелә, яугирҙар өсөн костюмдар тегелә.

Ул алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәр менән даими бәйләнеш тота, уларҙың үтенестәренә тиҙ яуап бирә. Фронтҡа ярҙамы өсөн Илдар Гәрәев «Рәсәй патриоты», «МХО-ға ярҙам өсөн», өс тапҡыр «Фронтҡа ярҙам өсөн» миҙалдары менән һәм хәрби частарҙан күп рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Шулай уҡ ул ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, төҙөкләндереү эштәренә ярҙам итә. Уның ватансылығы, яуаплылығы һәм фиҙаҡәрлеге — барыһы өсөн дә өлгө.

 

Илдар Гәрәев —Кәкрыбаш ауылындағы волонтёрҙар клубына нигеҙ һалыусы
Илдар Гәрәев —Кәкрыбаш ауылындағы волонтёрҙар клубына нигеҙ һалыусы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас