

Чебоксарҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Илназ Дәүләтов 800 метрға йүгереүҙә 10-се тапҡыр (!) еңеүсе булды, шулай уҡ 200 метрҙа һәм 100 метрҙа икенсе урын яуланы.
Илназ Вячеслав Чернов етәкселегендә шөғөлләнә.