+16 °С
Облачно
События и факты
15 Июля , 06:25

Сапбордта йөрөү фажиғәгә әйләнә яҙған

Салауат ҡалаһынан килгән 15 йәшлек ике ҡыҙ Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында ял иткәндә сапбордта йөҙөргә сыға. Бер аҙҙан улар базаға әйләнеп ҡайтмағас, борсолған яҡындары ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә.  

Сапбордта йөрөү фажиғәгә әйләнә яҙғанСапбордта йөрөү фажиғәгә әйләнә яҙған
Сапбордта йөрөү фажиғәгә әйләнә яҙған

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡыҙҙарҙы тиҙ арала табып, ярға сығара. Бәхеткә күрә, фажиғә булмай ҡалған. 

 

 Иҫтә тотоғоҙ: сапбордта ҡотҡарыу жилеты кейеү мотлаҡ. Үҙ ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ!

 

Ашығыс ярҙам кәрәк булғанда — 112 номерына шылтыратығыҙ.

Сапбордта йөрөү фажиғәгә әйләнә яҙған
Сапбордта йөрөү фажиғәгә әйләнә яҙған
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас