

Сараны лагер начальнигы Рәйсә Разетдинова ойошторҙо. Ҡыҙҙар милли аш-һыу әҙерләү серҙәре менән Зәлиҙә Илмәтова, Ғәлиә Иҙиәтуллина, Алеся Гәрәева, Альбина Селюк һәм Виолетта Харисова етәкселегендә танышты. Балалар ҡамыр баҫыу, нәҙек итеп киҫеү һәм тәмле һурпа әҙерләү серҙәрен өйрәнде.
Алеся Илдар ҡыҙы әйтеүенсә, өй туҡмасы башҡорт-татар аш-һыуының иң яратҡан ризыҡтарының береһе булып ҡала.
«Беҙҙең бурыс — халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен йәш быуынға дөрөҫ тапшырыу», — тине ул.
Йылы һәм дуҫтарса үткән был дәрес балаларҙа милли йолаларға ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырҙы. Аҙаҡ ҡатнашыусылар лагерҙағы бөтә балаларҙы ла хуш еҫле һурпа менән һыйларға ҡарар итте.