

Экскурсия мәктәп автобусы менән Килем ауылына барыуҙан башланды. Беренсе туҡталыш — уникаль Килем һарайы-парк ансамбле, йәғни Тевкелевтарҙың дворян усадьбаһы булды. Балаларҙы Килем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлмир Ҡорбанғәлиев ҡаршы алып, Тевкелевтар нәҫеленең тарихы, уларҙың Силәбе һәм Орск ҡалаларына нигеҙ һалыуға индергән өлөшө, шулай уҡ башҡорт иле тарихындағы әһәмиәте тураһында һөйләне.
Артабан ауыл модель китапханаһы хеҙмәткәре Венера Айратовна балаларҙы усадьбаның төрлө осорҙары менән таныштырҙы. Уҡыусылар уның совет йылдарында мәктәп булараҡ файҙаланылыуы, бөгөнгө торошо һәм этнография залында тупланған экспонаттар тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Киләһе объект — мәктәп музейы. Бында мәктәп директоры Энже (Ынйы?? Ҡорбанғәлиева музей тарихы, фронт хаттары, хәрби кейем өлгөләре, наградалар, яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тапшырған трофейҙар менән таныштырҙы. Балалар экспозицияларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, һорауҙар бирҙе.
Маршруттың төп нөктәһе кирбес мәсет булды. Имам-хатиб Мәхмүт хәҙрәт Үлмәҫҡулов тарихи мәсеттең тергеҙелеүе, ауылдың уникаль үткәне, боронғо архитектураһы һәм төҙөлөш үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ исем һайлау ҡағиҙәләре һәм исем ҡушыу йолаһы хаҡында ла фәһемле мәғлүмәт бирҙе.
Экскурсия балаларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.