

Туймазы медицина колледжы студенты, «Росмолодёжь.Микрогранты» конкурсы еңеүсеһе Милана Гаврилова үҙ командаһы менән берлектә «Урал рухы» мәғрифәт экспедицияһы проектын тормошҡа ашырҙы. Проекттың төп маҡсаты — йәштәрҙе энергетик эсемлектәр урынына файҙалы, тәбиғи альтернативаға йәлеп итеү, йәғни шифалы үлән сәйҙәренең файҙаһын күрһәтеү.
Проект сиктәрендә 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге туймазылар араһында энергетик эсемлектәр ҡулланыу күләмен кәметеү бурысы ҡуйылды. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, тематик күргәҙмәләр, ғаилә конкурсы һәм фестиваль ойошторолдо. Сараларҙа үлән сәйҙәренең файҙаһы, фитотерапияның мөмкинлектәре хаҡында белемдәр арттырылды.
Бөтәһе 10 оҫталыҡ дәресе, 5 күргәҙмә, фотоконкурс һәм ғаилә фестивале үткәрелде. Проект сараларында 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында Туймазы ҡалаһындағы 1-се гимназия, 5-се мәктәп, ҡала балалар сәнғәт мәктәбе, Райман ауылы мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ медицина һәм педагогия колледжы студенттары бар.
Туймазы ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡыусылары өсөн ойошторолған «Ғилми детокс» оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар энергетик эсемлектәрҙең составы һәм уларҙың кеше һаулығына йоғонтоһо менән танышты. Улар татлы эсемлектәрҙәге шәкәр күләмен күрһәткән күргәҙмә әҙерләне. Шулай уҡ тәбиғи үләндәрҙең көс биреүе, иғтибарҙы арттырыуы һәм иммунитетты нығытыуы хаҡында белде. Дәрес аҙағында ҡарағат, гөлемеш, мәтрүшкә ҡушылған төрлө үлән сәйҙәрен тәмләп ҡаралды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, үләндәр энергетиктарға ҡарағанда йомшағыраҡ тәьҫир итә, йөрәккә көс төшөрмәй һәм кинәт хәлһеҙләнеүгә килтермәй.
Райман ауылы уҡыусылары өсөн үткәрелгән «Арома-арт» оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар ромашка, куркума һәм башҡа үләндәрҙең ҡатнашмаһын буяу урынына ҡулланып, һүрәттәр төшөрҙө. Был үҙенсәлекле дәрес балаларға тик картина ғына түгел, ә хуш еҫле, ҡабатланмаҫ текстуралы ысын сәнғәт әҫәре тыуҙырырға мөмкинлек бирҙе.
Проект сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәләр Башҡортостан халыҡ медицинаһының быуаттар аша килгән тәжрибәһе бөгөнгө фәнни эҙләнеүҙәргә нигеҙ булып хеҙмәт итеүен күрһәтте. Был иһә илебеҙ фармакологияһын үҫтереүгә һәм халыҡ һаулығын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Шулай уҡ «Кадрҙағы тарих» фотоконкурсы үткәрелде. Унда Туймазы районының 50 ғаиләһе ҡатнашты. Конкурс эштәрендә ҡатнашыусылар Башҡортостан тәбиғәтендә ғаилә ялын, бергә үткәрелгән матур мәлдәрен сағылдырҙы.
Проекттың йомғаҡлау сараһы булып «Табиғәт» ғаилә фестивале үтте. Октябрь майҙанында ойошторолған байрамда ғаиләләр үлән сәйҙәре әҙерләү, гипс фигураларҙы биҙәү, тәбиғи материалдарҙан ҡул эштәре яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, милли уйындарҙа көс һынашты. Фестиваль аҙағында ҡунаҡтар башҡорт үлән сәйҙәрен тәмләп ҡараны.
Дөйөм алғанда, «Урал рухы» мәғрифәт экспедицияһы йәштәрҙе файҙалы ғәҙәттәргә йәлеп итеүгә, сәләмәт тормошто популярлаштырыуға, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға һәм башҡорт мәҙәни йолаларын һаҡлауға ҙур өлөш индерҙе.
Беҙҙең белешмә:
Сәй – башҡорттоң иң төп милли эсемлектәренең береһе. Башҡорттар йөҙәр йылдар дауамында сәй ҡулланған, уны шулай уҡ файҙалы дарыу үләндәрен ҡушып та эскәндәр. Башҡорттар ҡунаҡ ҡаршы алғанда ла гел генә сәй табынына саҡыра. Быуаттар төпкөлөнән килә был ғәҙәт. Үлән сәйен дә халҡыбыҙ элек-электән файҙаланған. Үлән сәйҙәренең файҙаһы бик ҙур, әлбиттә, тик уларҙы самаһыҙ ҡулланыуҙан да һаҡ булырға кәрәк. Тыуған төйәгебеҙҙә үҫкән төрлө шифалы үләндәр ҡушып яһалған сәй эсеү - үҙе ни тора!