

Тимур Александрович һәм Нурия Рафаил ҡыҙы 3 үҙҙәренең һәм 14 уллыҡҡа алынған бала тәрбиәләй. Уларҙың ғаиләһендә татарҙар, урыҫтар, мариҙар, башҡорттар берҙәм һәм татыу йәшәй 🤍
8 июлдә Бирск ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған республика фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Шунда ҙур һәм татыу ғаиләләр дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
Шушуновтар ғаиләһе йылдар буйы район һәм республика кимәлендә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, балаларҙы хеҙмәт һөйөүгә, бер-береңә ярҙам итергә һәм изгелеккә тәрбиәләй 🌿
🎁 Бүләк итеп уларға самауыр, аҙыҡ-түлек һәм Башҡортостан картаһы һүрәтләнгән ҙур пазл тапшырылды.