

Сәхнәлә йылы сығыштар яңғыраны: ДК «Родина» методисы Юлия Юмагужина «Уфтанма» йырын башҡарҙы, ә Гөлмира Бикбулатова ҡубызҙа башҡорт көйҙәрен уйнап, байрамға милли моң өҫтәне.
Иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе — махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙың ата-әсәһе Зоя Аркадьевна һәм Рауил Закиевичтың сығышы булды. Улар улдарының наградаларын күрһәтеп, уның тормош юлы тураһында һөйләне. Рауил Закиевич үҙенең шиғырын да уҡып ишеттерҙе.
Йәш быуын да сараға үҙ өлөшөн индерҙе: Гөлшат һәм Фәнур Ғәйнановтарҙың улы Карим «Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләне. Был ғаиләҙә балаларҙы туған телгә, халыҡ мираҫына һөйөү менән тәрбиәләйҙәр.
Оло быуын вәкиле Нәиб Яушев та байрамды йәмләне: ул тальянда «Уйыл» халыҡ көйөн башҡарҙы. Мәрьям Зиннулла ҡыҙы һәм Нәиб Ғәниевич 53 йыл бергә йәшәй.
Сара аҙағында ғаиләләргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, ә байрам йылы сәй табыны менән тамамланды.
Ғаилә — ул көс, терәк һәм киләсәк.
Барығыҙҙы ла Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлайбыҙ!