+10 °С
Ясно

Хәбәр ялған булып сыҡты

Кисә Туймазы Үҙәк район дауаханаһының баш табибының электрон почтаһына дауахана ҡаласығында бомба һалыныуы тураһында хат килгән. Был хаҡта шунда уҡ 112 берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр ителгән. Ваҡиға урынына шунда уҡ махсус төркөм юлланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәбәр ялған булып сыҡтыХәбәр ялған булып сыҡты
Хәбәр ялған булып сыҡты

Туймазы районы буйынса Рәсәй Эске эштәр бүлегендән хәбәр итеүҙәренсә, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм кинологтар дауахана ҡаласығының биләмәһен һәм корпустарын тикшергән, ләкин бер ниндәй ҙә шикле әйбер тапмаған.

 

Бындай уҡ хаттарҙы Башҡортостандың тағы бер нисә дауаханаһының баш табиптары ла алғаны асыҡланған. 

 

Әлеге ваҡытта дауалау учреждениеһы штатлы режимда эшләй. 

Хәбәр ялған булып сыҡты
Хәбәр ялған булып сыҡты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас