

Парк хеҙмәткәрҙәре яңы йәшәүселәр өсөн алдан уҡ махсус тейен ояһы, һыу һәм аҙыҡ һауыттары, хатта тейен тәгәрмәсен дә әҙерләгән.
Тейендәр яңы урынға өйрәнгәс, уларҙы иреккә сығарасаҡтар һәм парктағы ылыҫлы ағастарға оялар элеп ҡуйыласаҡ.
Мөһим үтенес: тейендәргә тәм-том, цитрус, консерва, арахис, миндаль, икмәк һәм чипсы бирмәгеҙ. Улар өсөн иң файҙалыһы — грек һәм кедр сәтләүеге, фундук, ҡабығы менән көнбағыш һәм ҡабаҡ орлоғо, шулай уҡ сөгөлдөр, алма, груша кеүек йәшелсә-емештәр.
Һәр кемде яңы ҡунаҡтар менән танышырға саҡырабыҙ!