

Элек ҡулланылған матрастарҙы Туймазы педагогия колледжының ятағынан тапшырғандар. Ә Кәкрыбаш ауылының «Плетем Победу» клубы волонтеры улар өсөн яңы, ныҡлы тышлыҡтар тегеп биргән.
– Матрастар төрлө ҙурлыҡта, ҙурыраҡтары ла, бәләкәстәре лә бар, – ти волонтер Гөлфиә Сафина. – Тышлыҡтарҙы мин үҙем тектем. Туҡыманы ауылдаштар килтерҙе. Иң ныҡлыһын, иң сифатлыһын һайлап алдыҡ. Тегеүгә бер ай ваҡыт китте. Был эштә миңә Рима Аюпова ярҙам итте.
Кәкрыбаш ауылындағы «Плетем Победу» клубына көҙгә өс йыл туласаҡ. Унда 18 волонтер эшләй, етәкселәре — Илвира һәм Илдар Гәрәйевтар.
Һәр кемгә рәхмәт — һеҙҙең ярҙам менән изгелек арта!
Бергә булғанда — көслөбеҙ!