+18 °С
Облачно

Туймазынан йәш бейеүселәр «Роза Хуторҙа» сығыш яһаны

Туймазынан йәш бейеүселәр «Сириус — Роза Хутор» халыҡ-ара балалар һәм йәштәр сәнғәт фестивалендә ҡатнашты. Фестиваль «Бергәбеҙ — Рәсәй» проекты ярҙамында ойошторолған.

Туймазынан йәш бейеүселәр «Роза Хуторҙа» сығыш яһаныТуймазынан йәш бейеүселәр «Роза Хуторҙа» сығыш яһаны
Туймазынан йәш бейеүселәр «Роза Хуторҙа» сығыш яһаны

Фестивалдә илдең төрлө төбәктәренән 30 балалар-үҫмерҙәр коллективы сығыш яһаны, улар үҙ республикаларының, өлкәләренең һәм ҡалаларының мәҙәниәтен күрһәтте.

Ҡатнашыусылар араһында Туймазы ҡалаһының «Тархан» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә бар ине. Коллектив ете бейеү композицияһы менән сығыш яһаны.

Хореография коллективының етәкселәре — республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар.

Фото: фестивальдың социаль селтәрҙәренән.

Туймазынан йәш бейеүселәр «Роза Хуторҙа» сығыш яһаны
Туймазынан йәш бейеүселәр «Роза Хуторҙа» сығыш яһаны
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас