

Башҡортостандан 22 йәшлек Радмир Абуталипов ике йыл МХО-ла хеҙмәт иткәндән һуң Нижегородск юғары хәрби-инженер командалыҡ училищеһына уҡырға ингән. Ул яраланған, госпиталдә булған, һуңынан йәнә сафҡа баҫҡан һәм батырлығы өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған.
Хәҙер Радмир хәрби белгес булырға әҙерләнә, шул иҫәптән БПЛА менән эш итеүҙе өйрәнә.