+17 °С
Ясно

Өс призер — бер район: Туймазы уҡыусылары ҙур еңеү яуланы!

***

Өс призер — бер район: Туймазы уҡыусылары ҙур еңеү яуланы!Өс призер — бер район: Туймазы уҡыусылары ҙур еңеү яуланы!
Өс призер — бер район: Туймазы уҡыусылары ҙур еңеү яуланы!

Өфөлә 2025–2026 уҡыу йылындағы олимпиада хәрәкәтенә йомғаҡ яһау буйынса республика кәңәшмәһе үтте. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында һөҙөмтәле ҡатнашҡаны өсөн Туймазы районының мәғариф идаралығы «Талант һәм уңыш» чемпиондар дипломы менән бүләкләнде. Бүләкләү «Республика әһәмиәтендәге ҡала менән муниципаль район» категорияһында тапшырылды.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы уҡыу йылында Туймазы районының өс уҡыусыһы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призерҙары булды. 8-се мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Адель Сөләймәнова хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры булды, 6-сы мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Эмилия Сәлимйәнова — йәмғиәтте өйрәнеү буйынса, ә Субханғол ауылы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Тамерлан Сәхибгәрәев — география буйынса призер исеменә лайыҡ булды.

Өс призер — бер район: Туймазы уҡыусылары ҙур еңеү яуланы!
Өс призер — бер район: Туймазы уҡыусылары ҙур еңеү яуланы!
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас