

Шаран районының Дүртөйлө ауылынан килгән Алёна Иванова ҡыҙы Марина менән бергә үҙ эштәрен тәҡдим итте. Алёна Исаевна сыуаш мәҙәниәтен һәм йолаларын тергеҙеү эшенә ҙур һөйөү менән ҡарай: ул баш кейемдәре һәм күкрәк биҙәүестәре эшләй, тегә, сигә. Марина ла әсәһенә теләп ярҙам итә — алҡалар һәм йөҙөктәр эшләй. Шулай итеп, быуындан быуынға оҫталыҡ ҡына түгел, ә мәҙәни мираҫ та тапшырыла.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән туҡыу оҫталарының һорауҙарына яуап биреп, Алёна Исаевна былай тине:
«Был биҙәүестәрҙе мин ике йылда эшләнем. Мин әле өйрәнәм, миңә тағы ла күп нәмә белергә кәрәк».
Был һүҙҙәрҙә — камиллыҡҡа ынтылыш, үҙ эшенә тоғролоҡ һәм йолаларҙы һаҡлап ҡалыу юлын дауам итергә әҙерлек сағыла.
Бындай осрашыуҙар милләт-ара дуҫлыҡты нығыта, халыҡтарҙың үҙенсәлеген һаҡларға ярҙам итә һәм шул уҡ ваҡытта улар араһында ныҡлы бәйләнештәр булдыра. Тап тәжрибә уртаҡлашыуҙа, йолаларҙы бергәләп өйрәнеүҙә ысын аңлашылыу тыуа — ә ул күп милләтле йәмғиәттә татыу йәшәүҙең ышаныслы нигеҙенә әйләнә.