

Төркөмдә яҡынса 20 кеше бар, улар «алғы һыҙыҡҡа» меңдән ашыу маскировка селтәре ебәргән. Төркөмгә Рузилә Фролова етәкселек итә.
– Башта беҙ ҡоро душ әҙерләнек, окоп шәмдәре ҡойҙоҡ. Китапханала йыйыла инек. Әммә ундағы бүлмә бәләкәй ине, ә волонтерҙар һаны арта барҙы. Шунан Зинфира Латыпова беҙгә мәсеттәге ҙур залды бирергә тәҡдим итте. Унда станоктар ҡуйып, селтәр үрә башланыҡ, – тип һөйләй Рузилә Әнүәр ҡыҙы.
Элек Иҫке Туймазыла мәсетте Зинфира Хәмит ҡыҙының ире Мәғсүм Хәмит улы төҙөгән булған. Уның вафатынан һуң Зинфира Хәмит ҡыҙы ундағы тәртипте күҙәтеүен дауам итә, ә хәҙер волонтерҙар төркөмөнөң эшендә әүҙем ҡатнаша.
– Беҙгә урындағы эшҡыуарҙар ҙур ярҙам күрһәтә, – ти Зинфира Хәмит ҡыҙы. – Мәҫәлән, «Овощевод» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Марат Ғәйфуллин маскировка селтәрҙәре өсөн материал һатып ала. «Росток» крәҫтиән хужалығы етәксеһе Фәрит Ғәбдрахимов ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алыу өсөн аҡса күсерә. Гуманитар йөк йыйыуҙа һәм ебәреүҙә ҡатнашҡан барлыҡ битараф булмаған кешеләргә рәхмәт белдерәбеҙ.
Фото: «Берҙәмлек – Единство» төркөмөнән.