+12 °С
Дождь
События и факты
29 Июня , 06:22

Матур осорҙоң матур кешеһе

Хеҙмәт юлының ауыл хужалығы, етәкселек эше менән бәйле булыуына ҡарамаҫтан ижади шәхес ул Рифхәт Сәйҙелислам улы. Район гәзитенең актив хәбәрсеһе. Мәҡәләләре хеҙмәт кешеләре тураһында, иҡтисади мәсьәләләргә ҡағлышлы, үтемле. Ә яҙған шиғырҙары тыуған яҡ тәбиғәтен данлай, ауылдарыбыҙҙың сал тарихын, халҡын, киләсәген тасуирлай. Мөхәббәттә яндыра, һағыштан әрнетә, илата, көлдөрә.

Матур осорҙоң  матур кешеһеМатур осорҙоң  матур кешеһе
Матур осорҙоң матур кешеһе

Шиғырҙарында ауылығыҙҙың сал тарихын данлай тигәндәй, был йәһәттән дә Рифхәт Сәйҙелислам улы тыуған еренең, үҙенең нәҫеленең тарихы хаҡына башҡарған эштәренең әһәмиәте аһалап бөткөһөҙ.

-1994 йылда шәжәрәмде өйрәнә башлағас, бик күп туғандарымды таптым. Ауылымда кемгә барып өндәшһәм дә, туған булып сыға. Ерҙә  ныҡлы баҫып торор өсөн тамырҙарңды белеү мотлаҡ, -ти мәҡәләм авторы.

2024 йылда, үҙенең 30 йыллыҡ эҙләнеү нәтижәһенең юғары нөктәһе булған, тыуған ауылының Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән “Минең нәҫелем тарихында – ауылым тарихы”  тип аталған Шәжәрә байрамы нәҫел-нәсәбенең күңелдәрендә һоҡланыу һәм ғорурланыу хистәре уятҡандыр. Байрамға 300-н артыҡ Асаевтар нәҫеленең вәкилдәре йыйылды. Эҙләнеү эше һаман да дауам итә...

Һүҙемде йомғаҡлап, нимә әйтәһе килә. Афарин һиңә, ағай, афарин! Матур осорҙоң матур кешеһе булдың! Шулай булып ҡал да!

Гөлфирә Әхмәтшина,

Иҫке Күсәрбай ауылы.

Матур осорҙоң  матур кешеһе
Матур осорҙоң матур кешеһе
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас