

Нимә ул ғаилә командаһы? Был – дүрт кешенән торған ысын спорт династияһы: 8-11 йәшлек бала, 25-49 йәшлек атай-әсәй һәм 50-69 йәшлек өләсәй йәки олатай. Бында еңеүгә ынтылыш ҡына түгел, ә быуындар берҙәмлеге, ғаилә ҡиммәттәре һәм сәләмәт йәшәү рәүеше һынала.
Фестиваль ныҡышмалы көрәштә үтте. Беренсе көндө тантаналы асыу һәм эстафета уҙҙы, унда спортсылар үҙҙәренең физик әҙерлеген генә түгел, ә ғаиләләге берҙәмлекте лә күрһәтте. Икенсе көндө ҡатнашыусылар дөйөм физик әҙерлек буйынса нормативтар тапшырҙы, шул иҫәптән йүгереү һәм пневматик ҡоралдан атыу буйынса ла көс һынашты. Һуңғы, өсөнсө көндө иһә йөҙөү буйынса ярыштар уҙҙы, унда өлкән быуын вәкилдәре айырыуса ҙур активлыҡ күрһәтте.
Өс көн дауамында барған көсөргәнешле ярыштарҙан һуң иң тулҡынландырғыс мәл – бүләкләү тантанаһы етте. Һөҙөмтәләр буйынса, Октябрьскийҙан Фәйзуллиндар ғаиләһе ҡабат еңеү пьедесталының иң юғары баҫҡысына күтәрелде!
Беҙ үҙебеҙҙең чемпиондарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларҙың көсө, берҙәмлеге һәм спорт яратыуы барыбыҙ өсөн дә өлгө.