+14 °С
Облачно
События и факты
23 Июня , 07:39

ДТП һөҙөмтәһендә дүрт кеше йәрәхәтләнгән

***

ДТП һөҙөмтәһендә дүрт кеше йәрәхәтләнгәнДТП һөҙөмтәһендә дүрт кеше йәрәхәтләнгән
ДТП һөҙөмтәһендә дүрт кеше йәрәхәтләнгән

Туймазы районының Никитинка ауылы янында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Субханҡол ауылында йәшәүсе 79 йәшлек ир «Рено Флюенс» автомобилен идара иткән саҡта, көйләнмәгән киҫелештә һулға боролғанда, шул уҡ йүнәлештә хәрәкәт иткән һәм алдындағы «Рено» автомобилен уҙып китергә маташҡан «Воя Фри» машинаһына юл бирмәгән.

 

Бәрелештән ҡасыу маҡсатында «Воя Фри» водителе кюветҡа төшөп киткән. Һөҙөмтәлә 50 йәшлек водитель һәм уның пассажирҙары — 39 йәшлек ҡатын һәм уның 11 йәшлек ике ҡыҙы — йәрәхәттәр алған һәм Туймазы үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.

Фото - социаль селтәрҙәрҙән.

 

ДТП һөҙөмтәһендә дүрт кеше йәрәхәтләнгән
ДТП һөҙөмтәһендә дүрт кеше йәрәхәтләнгән
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас