

Илдар һәм Ильвира Гареевтар башланғысы тиҙ арала ауылдаштарҙың хуплауын тапты: бөгөн хәрәкәттә 18 кеше ҡатнаша, улар өс йылда 2 меңдән ашыу маскировкалау селтәре үреп өлгөргән.
Ирекмәндәр көн һайын иртәнге 8-се яртынан эшкә тотона: селтәрҙәр үрәләр, костюмдар тегәләр. Коллективта оло быуын вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша: Флүрә Мөғиноваға — 77, Зинфирә Әхмәҙиеваға — 73, Гөлсирә Насыроваға — 70 йәш. Бөтәһе лә ҙур ихтыяр көсө һәм тырышлыҡ өлгөһө күрһәтә.
Хәрәкәткә ярҙамды ауыл халҡы үҙе ойоштора: һәр йома «йөҙлөҡ көнө» иғлан ителә, йыйылған аҡса кәрәкле материалдарға тотонола. Шулай уҡ хәйриә концерттары ла үткәрелә.
Ирекмәндәрҙең девизы бер: “Беҙҙең көс — берҙәмлектә!”