

Сарала Туймазы педагогия колледжы ҡарамағындағы көндөҙгө бүлек тәрбиәләнеүселәре һәм ҡала 5-се китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Байрам «Кәкүк сәйе» йолаһының килеп сығышы һәм мәғәнәһе хаҡында ҡыҫҡа ғына танып белеү һөйләшеүе менән башланды.
Патриотик тәрбиәгә лә айырым иғтибар бүленде. Гөлмира Бикбулатова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған күргәҙмә менән таныштырҙы. Сараға хәрби хеҙмәткәрҙең ҡатыны ла ҡатнашып, башҡорт телендә йыр башҡарҙы.
Артабан балалар халыҡ уйындарында әүҙем ҡатнашты, зирәклек, сослоҡ һәм команда рухы күрһәтте. «Ағинәйҙәр» әҙерләгән сәй өҫтәле байрамға айырыуса йәм өҫтәне: башҡорт ризыҡтары, эҫе сәй һәм татлы табын ҡунаҡтарҙы бер өҫтәл артына йыйҙы.
«Кәкүк сәйе» байрамы халыҡ йолаларын һаҡлау, балаларҙа милли традицияларға һәм тарихҡа ихтирам тәрбиәләү йәһәтенән мөһим сара булып торҙо.