+16 °С
Дождь
События и факты
17 Июня , 07:05

Туймазы журналисттары V Медиафорумында ҡатнашты

16 июндә Өфөлә «Барыһы ла Еңеү өсөн!» девизы аҫтында Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт сараларының V Медиафорумы үтте. «Торатау» Конгресс-холлында медиасфераның яҡынса 300 вәкиле — дәүләт һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары, хәрби хәбәрселәр, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм яңы медиа өлкәһе белгестәре йыйылды.

Туймазы журналисттары V Медиафорумында ҡатнаштыТуймазы журналисттары V Медиафорумында ҡатнашты
Туймазы журналисттары V Медиафорумында ҡатнашты

Форум сиктәрендә ҡатнашыусылар тематик секцияларҙа эшләп, патриотизм тәрбиәләү, тискәре мәғлүмәткә ҡаршы көрәш, махсус хәрби операция зонаһында хәрби хәбәрселәрҙең эш үҙенсәлектәре, йәштәрҙе йәлеп итеүгә ҡаршы тороу һәм журналистикала яһалма интеллектты ҡулланыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

 

Форумдың төп сараһы пленар ултырыш булды. Унда «Туймазы хәбәрҙәре» редакцияһы хеҙмәткәрҙәре — филиал директоры Гәүһәр Фазуллина, баш мөхәррир Оксана Максютова, журналистар Гүзәл Хәмидуллина һәм Регина Мигранова ҡатнашты.

 

Шулай уҡ форум барышында Гәүһәр Фазуллина Рәсәй Журналистар союзының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Награданы Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный тапшырҙы.

Туймазы журналисттары V Медиафорумында ҡатнашты
Туймазы журналисттары V Медиафорумында ҡатнашты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас