+17 °С
Дождь
События и факты
15 Июня , 07:36

"Инвестиция сәғәте"ндә Туймазы эшҡыуарының проекты хупланды

Хәбиров ҡатнашлығындағы "Инвестиция сәғәте"ндә Туймазы эшҡыуарының проекты хупланды.

"Инвестиция сәғәте"ндә Туймазы эшҡыуарының проекты хупланды"Инвестиция сәғәте"ндә Туймазы эшҡыуарының проекты хупланды
"Инвестиция сәғәте"ндә Туймазы эшҡыуарының проекты хупланды

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитеты ултырышын үткәрҙе.

Ултырыш башында ҡатнашыусылар Күмертау миҫалында эшҡыуарҙар (бизнес-шерифтар) менән үҙ-ара эш итеүгә етәкселек иткән муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙарының эшен ҡараны. Ҡалала 68 ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, дөйөм инвестициялар күләме 10,8 миллиард һум тәшкил итә.

«Лукойл-Транс» йәмғиәтенең Илеш районында «Андреевка–Черкассы» магистраль нефть продукттары үткәргесен реконструкциялау буйынса пландары ҡаралды. Иглин районында яҡтылыҡ-техник ҡорамалдар эшләү буйынса производство комплексын төҙөү тураһында «АККОРД» компанияһы директоры Руслан Низамов хәбәр итте. «Акинвест» компанияһы директоры Тимур Иҫәнйолов Өфө районында күп функциялы юл буйы комплексын төҙөү пландары хаҡында һөйләне. Юл буйы сервисы өлкәһендә тағы бер башланғыс – Өфөнөң Октябрь районында автозаправка станцияһы төҙөү. Проектты Ирбис-РБ йәмғиәте тормошҡа ашыра.

Туймазының «РиаПласт» предприятиеһының генераль директоры Ринат Шәйҙуллин производство ҡалдыҡтарын икенсел файҙаланыу өсөн эшкәртеү буйынса технологик комплекс булдырыу пландары хаҡында һөйләне.

«Был проект — предприятиебеҙҙең үҫеше өсөн бик мөһим аҙым, — тине ул. — Икенсел файҙаланыу системаһын үҙләштереү арҡаһында беҙ ҡалдыҡтар күләмен кәметә алабыҙ. Уның өсөн яңы технологиялар һәм заманса оборудованиелар кәрәк, һәм беҙ был юлда дәүләт ярҙамына ышанабыҙ».

2020 йылда яңы цех төҙөү буйынса проект «Сәнәғәт сәғәте»дә ҡаралды. Дәүләт ярҙамы саралары сифатында предприятиеға льготалы шарттарҙа ер участкаһы бүленә. 2024 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы предприятие майҙансығында булды, унда юғары технологиялы производство менән танышты.

Ә яңы башланғысты тормошҡа ашырыуға 35,3 миллион һум йүнәлтергә планлаштыралар. Башҡортостандың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы. Муниципалитет хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы даими үткәрелгән “Инвестиция сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәләр ҙә төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ныҡлы этәргес бирҙе. 2018 йылдың октябренән әлегә ҡәҙәр ошондай 191 сара уҙған, уларҙа дөйөм инвестиция күләме 1,4 триллион һум тәшкил иткән 802 проект ҡаралған, һөҙөмтәлә 100 мең самаһы хеҙмәт урыны булдырылған. Ошондай кәңәшмәләр муниципалитеттарҙа ла даими үткәрелеп килә. 

Фото: Башҡортостан башлығы сайтынан.

"Инвестиция сәғәте"ндә Туймазы эшҡыуарының проекты хупланды
"Инвестиция сәғәте"ндә Туймазы эшҡыуарының проекты хупланды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас