

Ҡыуаныслы хәбәр: Нәфисә Сәлимоваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде!
Нәфисә Фәтҡулбаян ҡыҙы — «Салют» Республика реабилитация үҙәгенең Туймазы районында һәм Туймазы ҡалаһында һаулығы мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау бүлеген етәкләй.
Ул үҙенең көсөн һәм белемен балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итәүгә бағышлаған.