

Ҡаланың 4-се ҡала китапханаһында үткән «Урал батыр халыҡ йөрәгендә» район сараһы көндөң сағыу ваҡиғаһы булды. Зал мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәрен, йәмәғәт ойошмаларын, ижади эшмәкәрҙәрҙе һәм йәш уҡыусыларҙы — башҡорт халҡының мираҫын ҡәҙерләгәндәрҙе йыйҙы. Программала йәш таланттар айырым урын алды. Балалар — эпосҡа арналған конкурстарҙа еңеүселәр һәм призерҙар - дәртләнеп «Урал батыр»ҙан өҙөктәр уҡып ишеттерҙе. Уларҙың ихлас башҡарыуы тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы, ә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн балалр Туймазы районы мәҙәниәт бүлегенән рәхмәт хаттары алды.
Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова, сараның сценарийы авторы һәм алып барыусыһы булараҡ сығыш яһап, ҡунаҡтарҙы эпос тарихы менән таныштырҙы. Ул милли мираҫты һаҡлау һәм тергеҙеү — беҙҙең изге бурыс, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Байрам сығыштар менән генә түгел, ә хөрмәтле ҡунаҡтарҙан ҡиммәтле бүләктәр менән дә байыны. «Етегән» төбәк-ара гәзитенең баш мөхәррире Гәүһәр Фазуллина китапханаға үҙенсәлекле бүләк тапшырҙы: 1995 йылда сыҡҡан «Шоңҡар» журналы тулыһынса «Урал батыр» эпосын өйрәнеүгә арналған. Был раритет сығарылыш тыуған яҡты өйрәнеү фондына ҡиммәтле өҫтәмә буласаҡ. "Алтын башак «ижади берекмәһе етәксеһе Нәжиә Гәрәеваның сығышы ла күңелгә үтеп инерлек булды. Ул был тантана өсөн махсус рәүештә ижад ителгән ҡобайырҙы башҡарҙы, шиғри юлдар боронғо мираҫҡа хөрмәт йөҙөнән яңғыраны. Шағирә Гөлнур Зарипова 4-се китапханаға үҙенең яңы китабының тапшырҙы.
Байрамдың художество өлөшөн сағыу сығыштар биҙәне: Илдар Ғөссәметдинов һәм Иллария Хәмиҙуллина башҡарыуындағы йырҙар, «Тылсым» халыҡ йыр ансамбле, Ясминә Светованың ҡурайҙа виртуоз уйнауы, «Элегия» ансамбле солисы Сафия Фәрхетдинованың бейеү номерҙары.
«Урал батыр» анимация фильмын күрһәтеү байрамдың кульминацияһы булды. Картина эпоста һалынған мәңгелек ҡиммәттәрҙе иҫкә төшөрөп, төрлө йәштәге тамашасылар күңеленә хуш килде.
Төп программа менән бер рәттән китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Балалар үҙҙәренең көсөн традицион һөнәрҙәрҙә һәм ижадта һынап ҡарай алды.
Тематик күргәҙмәләр ҙә шул уҡ кимәлдә һоҡланғыс булды:
«Урал батыр " эпосы изгелек, батырлыҡ, Тыуған илгә һәм тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй. Уның васыяттары халыҡҡа һәр төрлө һынауҙарҙы үтеп, үҙ-үҙен һәм рухи көсөн һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Туймазылағы байрам тағы бер тапҡыр иҫбатланы: герой тураһында хәтер яңы быуындарҙың йөрәгендә йәшәй, ә ауыҙ-телдән һаҡсыл тапшырылған йолалар тормошобоҙҙоң бер өлөшө булып ҡала.
Әлмира Төхбәтшина, мәҙәниәт бүлеге начальныгы:
Беҙҙең белешмә –
8 июндә — «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. Байрам Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән булдырылған һәм милли мираҫтың ҡиммәтен иҫкә төшөрөүгә йүнәлтелгән.