

Башҡорт тарихи‑мәҙәни үҙәгендә мөһим сара үтте. Унда педагогия колледжының йәйге лагеры балалары һәм «Ағинәйҙәр» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары ҡатнашты. Үҙәктең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова ҡунаҡтарға эпостың дүрт мең йылдан ашыу булыуын һәм 1910 йылда М.Буранғолов уны Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр һүҙҙәренән яҙып алыуын һөйләне.
Төмәнәк балалар баҡсаһынан Кәрим Ғәйнанов "Урал батыр" эпосын әсәйе менән 4 йәшенән өйрәнә башлай. Ул матур итеп яттан эпостан өҙөк һөйләне.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары эпостам өҙөктәр уҡыны һәм һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатты. «Урал батыр» эпосы тураһында анимация фильмын ҡарағандан һуң балалар һорауҙарға яуап бирҙе.