

Был ғәжәйеп сәскә үҙенең исемен сәскә атҡан ваҡытта шлем кейгән кешегә охшағанлығы өсөн алған.
Ятрышник үҙенең матурлығы менән генә түгел, ә шифалы үҙенсәлектәре менән дә билдәле. Элек паркта ике‑өс сәскәле ятрышникты ғына осратырға мөмкин ине, ә быйыл улар артҡан.
Был — парк хеҙмәткәрҙәренең эшенең яҡшы нәтижәһе: улар үҙҙе территорияла һирәк осраған үҫемлектәр һәм хайуандар төрҙәрен һаҡлау өсөн барыһын да эшләй.
Фото: «Ҡандракүл» тәбиғәт паркының рәсми социаль селтәрҙәре.