+14 °С
Облачно

Яугир Айрат Ғәзиев — Октябрьский ҡалаһында тыуған

Ул Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, 15 йыллыҡ стажлы 38 йәшлек инженер-нефтсе. Ватанға хәүеф янағанда, ул бер минут та икеләнмәйенсә, үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа, иң ауыр Авдеевка штурмына юллана. Бөгөн уның күкрәген дүрт хәрби награда - I һәм II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары, Жуков миҙалы һәм генерал Шайморатов миҙалы биҙәй.

Яугир Айрат Ғәзиев — Октябрьский ҡалаһында тыуғанЯугир Айрат Ғәзиев — Октябрьский ҡалаһында тыуған
Яугир Айрат Ғәзиев — Октябрьский ҡалаһында тыуған

Был батырлыҡтың тамырҙары ҡайҙа? Айрат үҙенең шәжәрәһен өйрәнгәс, был һорауға яуап таба.
«Минең нәҫелем Аҡбаш ауылынан, быуаттар буйы ошо ерҙә йәшәгәндәр, — тип һөйләй Айрат. — Ғәзиевтәр — башҡорт һәм мәсеттә указлы аҙансылар булған. Аҙансы булыу — саф выжданлы булыу һәм кешеләрҙе иң мөһим нимәгә саҡырыу тигән һүҙ. Минең аҙансы бабамдың тауышы быуаттар буйы кешеләрҙе доғаға һәм уй-ниәттәрҙең таҙалығына саҡырған. Минең бурысым бөгөн — шул маҡсатҡа тоғролоҡ һәм уртаҡ йортобоҙҙо яҡлау. Авдеевканы штурмлағанда ошо бәйләнеште ныҡ тойҙом: минең артымда 15 йыллыҡ инженер стажы ғына түгел, ә бер ҡасан да баш эймәгән ата-бабаларымдың 400 йыллыҡ тарихы тора ине».

 

💢Аҡбаш ауылы — хәҙерге Татарстандың Ютазы районында, был - тарихи башҡорт ерҙәре. Архив документтары буйынса, 1757 йылдың 1 июнендә Ҡырғыҙ улусы башҡорттары килешеү төҙөгән һәм үҙ ерҙәренә Бәйләр улусы башҡорттарын һәм типтәрҙәрҙе индерергә рөхсәт иткән.

 

Сығанаҡ, фото: Марина Петрова.

Яугир Айрат Ғәзиев — Октябрьский ҡалаһында тыуған
Яугир Айрат Ғәзиев — Октябрьский ҡалаһында тыуған
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас