

Инвестиция үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге буйынса координация советы ултырышы Туймазы юридик колледжы биләмәһендә үтте.
Туймазы районы Хакимиәте башлығы Булат Мусин тантаналы шарттарҙа йыйылыусыларҙы байрам — Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ҡотланы һәм райондың әүҙем эшҡыуарҙарына һәм «Йыл эшҡыуары - 2025» конкурсы еңеүселәренә Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара спикерҙары булып - «РӘСӘЙ ТЕРӘГЕ» Башҡортостан төбәк бүлеге Туймазы бүлексәһе етәксеһе Татьяна Титова, «Башҡортостан республикаһының ҡатын-ҡыҙ-бизнес ассоциацияһы»ның Туймазы филиалы етәксеһе Светлана Шәрипова сығыш яһаны.
Бизнес-шериф Рөстәм Таюпов эшҡыураҙыр эшмәкәрлеге тураһындағы доклад менән сығыш яһаны.
Тикшерелгән мәсьәләләр: Туймазы районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, үҙ эшен башларға теләгән эшҡыуарҙарға дәүләт һәм муниципаль ярҙам күрһәтеү, йәш эшҡыуар мәктәбе эшмәкәрлеге.
Туймазыла эшҡыуарлыҡ өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшүселәр байтаҡ. Шулар араһында - кондитер изделиелары етештереүсе эшҡыуар Әлфиә Фәйзуллина.
Былтыр кондитер изделиелары етештереүсе эшҡыуар Әлфиә Фәйзуллина «Башҡортостан продукты» проекты дипломанты булды. Шәхси предприятиеға ете йыл, Ул «Әлфия Сладкованың кондитер студияһы» бренды аҫтында торттар һәм десерттар эшләү менән шөғөлләнә.
- Беҙҙең ассортиментта һигеҙ төр торт, меренга рулеты, ҡатлы десерт, традицион япон моти десерттары, пирожныйҙар. Продукцияны Туймазыла, Октябрьскийҙа, Әлмәт, Бөгөлмәлә һатабыҙ. «Башҡортостан продукты» проекты дипломанты булыу бизнесыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ үҫтерергә һәм алға барырға мөмкинлек бирәсәк, тип ышанам, - тине Әлфиә Фәйзуллина.
Беҙҙең белешмә:
2025 йыл йомғаҡтары буйынса, төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 6,4 процентҡа артты (Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә туғыҙынсы урын).
Республика Рәсәй төбәктәре араһында үҙ позицияһын 1 баҫҡысҡа яҡшыртты. Бер йыл эсендә бәләкәй урта эшҡуарлыҡ субъекттары һаны 6,4 процентҡа артҡан. Төбәктең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ секторында 653 мең кеше мәшғүл, был бер йыл элеккегә ҡарағанда 9,3 процентҡа күберәк. Үҙмәшғүл граждандар һаны артыуы тенденцияһы һаҡлана.
Махсус һалым режимдарында ҡаралған бәләкәй һәм урта бизнестан бюджетҡа һалым керемдәре 2025 йылда 24 миллиард һумдан ашып китә, был уҙған йылға ҡарағанда 11 процентҡа күберәк.