

Уның һүҙҙәренсә, күпләп сәсеүгә тиклем хужалыҡтарҙа 4 мең тонна иген орлоғон әҙерләгән, 10 941 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр тырматылған, 29 мең гектарҙа дым ҡаплатылған. «Нерал-Матрикс» предприятиеһында быйыл рапсҡа – 1040 гектар, майлы етенгә – 919 гектар, көнбағышҡа 1500 гектар бүленгән. Яҙғы бойҙай, арпа һәм люцерна сәсеү тамамланған.
- Рапс, көнбағыш һәм етен яҙғы һәм көҙгө баҫыу эштәрендә барлыҡҡа килгән сығымдарҙы ҡапларға ярҙам итә, – тине предприятиеның генераль директоры Әлмир Ғимаев. - Быйыл беҙ киләһе йылда уңыш алыу өсөн ужым рапсын үҫтереү буйынса эксперимент үткәрергә планлаштырабыҙ. Туймазы агросәнәғәт колледжының өс студенты яҙғы баҫыу эштәрен башҡарырға ярҙам итә. Балалар тырышып уҡый һәм производствола уҡыған өсөн лайыҡлы эш хаҡы ала. Беҙҙең предприятие һөт малсылығы менән шөғөлләнә, голштин-фриз тоҡомло мал үҫтерәбеҙ. Зоотехникала компьютер программалары беренсе йыл ғына ҡулланылмай. Әгәр 2015 йылда бында йылына бер баш малдан 6 мең килограмм самаһы «евро» сортлы һөт алһалар, хәҙер инде 10 мең килограмдан ашыу. Бындай һөҙөмтәгә шул иҫәптән малдарға баланслы рационы әҙерләү арҡаһында ла өлгәшелә. Ә бының өсөн беҙ мал аҙығы үҫтереүҙә агрономик технологияларҙы теүәл үтәргә тырыштыҡ, йәғни уларҙы ваҡытында ултыртып, ваҡытында йыйып алдыҡ, азотлы ашламаларҙы оҫта ҡулландыҡ.
Беҙҙең белешмә:
- Беҙҙең маҡсат – 2030 йылға студенттарҙың 60 проценты уҡыу йорттарына ингәнгә тиклем үк предприятиелар менән килешеү төҙөргә тейеш, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Белгестәр генә түгел, тармаҡтың буласаҡ лидерҙарын әҙерләү мөһим. Студент аудиторияла ултырыу өсөн түгел, ә мотивация менән уҡырға тейеш.
Туймазы фермерҙары ябыҡ грунтта 4 мең тоннанан артыҡ йәшелсә йыйып алған, 245,8 тонна бәшмәк үҫтергән. Быйыл ябыҡ грунт йәшелсәләре аҫтындағы теплицаларҙың дөйөм майҙаны 72 гектар тәшкил итә, 44 гектарҙа ҡыяр, 28 гектарҙа помидор үҫтерәләр.