

Сәбәбе — урмандарҙа янғын хәүефе класының юғары булыуы. Министрлыҡтың маҡсаты — ғәҙәттән тыш хәлдәр булдырмау. Тыйыу барлыҡ граждандарға, туристарға, һунарсыларға ҡағыла — бөтә категориялар өсөн ул мотлаҡ.
Урман үҫентеләрен ҡуртымға алыу йәки һатып алыу-һатыу килешеүҙәре сиктәрендә урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыусы кешеләргә генә был ҡағиҙәгә ҡағылмай.
Сикләү ваҡытында урман фонды территорияларында контроль көсәйтелә. Патруль-маневр төркөмдәре тәүлек буйы урмандарҙы күҙәтәсәк һәм тыйыуҙы боҙоуҙы туҡтатыу өсөн кәрәкле сараларҙы ҡулланасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы төбәктә йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы аңлы рәүештә эш итергә һәм урманға барыуҙан тыйылырға саҡыра.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сикләүҙәр ғәмәлдә булған осорҙа урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу административ һәм енәйәт яуаплылығына килтерә.
Хәл киҫкенләшкән осраҡта сикләү режимының оҙайтылыуы мөмкин. Янғын сыҡҡанда шунда уҡ Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14; урман һағының тура линияһына 8 (800) 100-94-00 телефондары буйынса хәбәр итегеҙ.