+11 °С
Облачно

«Егорка» дрон менән оҫта идара итә

  “Егорка” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ул дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм ағаһы артынан махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән  юллана.

«Егорка» дрон менән оҫта идара итә«Егорка» дрон менән оҫта идара итә
«Егорка» дрон менән оҫта идара итә

Яугир әйтеүенсә, бөгөн алғы һыҙыҡта пилотһыҙ аппараттар менән эшләү күнекмәләре айырыуса талап ителә.

  • Һәр взводта БПЛА менән эшләгән айырым кеше бар. Был хәҙер бик кәрәкле һөнәр, - тип билдәләй "Егорка”. Яугир  заманса технологияларҙың хәрби хәрәкәттәрҙә ҙур роль уйнауын, ә дрон операторы булып хеҙмәт итеүҙең абруйлы ғына түгел, хәүефһеҙерәк булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда БПЛА операторҙарын йыйыу дауам итә. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә эләгеү тураһында ентекле мәғлүмәтте:

- башбат. рф сайтында

- ru/vbsbashkor МАХ-та чат-ботта

- 122 номеры буйынса шылтыратып белергә мөмкин.

Был хеҙмәттең өҫтөнлөктәре һәм шарттары

- Юғары хәүефһеҙлек кимәле. Хеҙмәт дистанцияла, алғы һыҙыҡтан алыҫта башҡарыла, был хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефте күпкә кәметә.

- Хеҙмәт итеү ваҡыты һығылмалы. Тәүге контракт бер йыллыҡ мөҙҙәткә төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлеген баһаларға мөмкинлек бирә. Контракт ваҡыты тамамланғас, хәрби хеҙмәткәр эштән китергә йәки башҡа шарттарҙа яңы контракт төҙөргә хоҡуҡлы.

- Һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантияһы. Контрактта айырым билдәләнгәнсә, хәрби хеҙмәткәрҙе, уның ирекле ризалығынан тыш, БПЛА-ға идара итеү менән бәйле булмаған икенсе һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең икенсе төрөнә күсереп булмай.

- Тулы социаль пакет. Контрактсыларға ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар, шул иҫәптән аҡсалата тәьминәт, торлаҡ тәьминәте, медицина хеҙмәтләндереүе һәм хеҙмәт стажы өсөн пенсия ҡаралған.

- Уҡыусылар өсөн махсус шарттар. Юғары уҡыу йорттарында белем алған граждандар, бының өсөн академик отпуск алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, улар уҡыу йортонда тергеҙелә ала, шул уҡ ваҡытта бюджет урынына күсеү хоҡуғын ала (әгәр булһа).

- Мотивациялы түләүҙәр системаһы. БПЛА ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге өсөн өҫтәмә түләүҙәрҙең айырым шкалаһы эшләй (дошмандың маҡсаттарын юҡ итеү). Түләүҙәр күләме 50 000 һумдан 500 000 һумға тиклем.

 

«Егорка» дрон менән оҫта идара итә
«Егорка» дрон менән оҫта идара итә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас