+16 °С
Ясно

Һеҙ - беҙҙең киләсәк!

Башҡортостан Республикаһында һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән комплекслы эш алып барыла.

Һеҙ - беҙҙең киләсәк!Һеҙ - беҙҙең киләсәк!
Һеҙ - беҙҙең киләсәк!

Билдәләнгән эштең төп йүнәлештәре Башҡортостан Республикаһында һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһында нығытылған. Ярҙам саралары БР Башлығының 2018 йылдың 6 ноябрендәге 251-се Указы менән раҫланған. Олимпиадаларҙың йомғаҡлау этабы еңеүсеһенә һәм уны әҙерләгән педагогҡа премия 300 мең һум тәшкил итә, олипиаданың йомғаҡлау этабы призерына һәм уны әҙерләгән педагогҡа 150 мең һум.

 

Туймазы районы Собханғол ауылы клубында туған телде өйрәнеү буйынса " Салауаттың утлы рухы йәш йөрәктәргә күсһен" исемле йомғаҡлау сараһы үтте. Уны Собханғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары матур итеп әҙерләп, алып барҙы.
Был байрам бына 20 йылдан ашыу инде ошолай сағыу итеп ойошторола. Балаларҙың йыл буйына төрлө конкурс, олимпиада, инсценировкаларҙа ҡатнашып алған бихисап Рәхмәт хаттары тапшырыла унда.
"Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр" шиғыр, "Яратамын илемде, матур туған телемде" агитбригада, "Урал батыр эпосы"н яттан һөйләүселәр һәм уны сәхнәләштереүселәр, юбиляр яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән өҙөк әҙерләү кеүек "Илһам шишмәһе" конкурстары еңеүселәре ата-әсәләр, ҡунаҡтар һәм тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаны.
Ошондай рухлы балалар барында, уларҙы өйрәткән, балаларының ынтылышын хуплап торған атай, әсәйҙәр булғанда телем йәшәр, тип ҡыуанып ултырҙым. Илсембәт мәктәбе уҡыусыларының ысын әртистәр кеүек Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәренән Оксананың Йәмил менән осрашып йәшәүе һәм атаһы килеп ҡыҙҙы алып ҡайтып китеүен күрһәткән өлөшөн күҙ йәштәрһеҙ ҡарап булманы.
Халыҡтар дуҫлығы йылына бағышланған матур сығыштарҙан, йыр, бейеүҙәрҙән күҙҙәр ҡамашты.
Байрам һуңында юбиляр уҡытыусыларҙы тәбрикләү сараға мәртәбә өҫтәне.
Тыуған-яҡты өйрәнеүсе, шәжәрә төҙөү буйынса белгес Марат Ғәйнетдиновтың, методист Айһылыу Ситдиҡованың, юғары категориялы уҡытыусы Руфия Ғәйзуллинаның, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатованың сығыштары уҡыусыларҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырғандыр.

Гөлмирә Йәмил ҡыҙы яуҙа йөрөгән егеттәрҙең туған телдә аралашып, дошманды аптыратыуы хаҡындағы һәм балаларҙы үҙ телдәрен онотмаҫҡа, белергә, киләсәк быуынға еткерергә өндәшеп яҙған шиғыры йөрәктәргә үтеп, һоҡландырҙы.
Эйе, ысынлап ла, бөгөн ҡатмарлы заманда, хәтәр ваҡыттарҙа йәшәү барышында рухты, сәмде һүндермәй белем алырға ынтылырға кәрәк, балалар һеҙгә. Һеҙ - беҙҙең киләсәк!
Үткән менән бөгөнгө араһындағы күперҙе өҙмәй, киреһенсә, уны нығытып йәшәгәндә генә донъябыҙ имен, бәрәкәтле булыр!

Һеҙ - беҙҙең киләсәк!
Һеҙ - беҙҙең киләсәк!
Һеҙ - беҙҙең киләсәк!
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас