+24 °С
Облачно

Шаран эшҡыуары – “ИННОПРОМ” ҡатнашыусыһы

Шаран ауылынан шәхси эшҡыуар Динар Ғәлимов Ташкент ҡалаһында халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашты

Шаран эшҡыуары – “ИННОПРОМ” ҡатнашыусыһыШаран эшҡыуары – “ИННОПРОМ” ҡатнашыусыһы
Шаран эшҡыуары – “ИННОПРОМ” ҡатнашыусыһы

Ташкент ҡалаһында (Үзбәкстан) алтынсы Халыҡ-ара “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” сәнәғәт күргәҙмәһе үтте. Форум күргәҙмә майҙаны булып ҡына түгел, ә Евразия киңлегендә сәнәғәт кооперацияһы һәм технологик суверенитет формалаштырыуҙың төп драйверы булып сығыш яһай. Быйыл сара сәнәғәт лидерҙарын йыйҙы: Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Беларусиянан, Ҡаҙахстандан, Ҡытайҙан һәм башҡа илдәрҙән 250-гә яҡын халыҡ-ара компаниялар яңы баҙарҙы үҙләштереү өсөн үҙҙәренең продукцияларын күрһәтте. Күргәҙмәлә Башҡортостан Республикаһы стенды айырым урын биләне. Халыҡ-ара форумда республика делегацияһын төбәк Башлығы Радий Хәбиров етәкләне.

Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстан Республикаһындағы Сауҙа Вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге етәксеһе Альберт Шәйхетдинов билдәләүенсә, төрки телле халыҡтарҙың яҡынлығы төбәктәр араһында партнерлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә, ә тарихи бәйләнештәр артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра.

Делегация составында Шаран районынан шәхси эшҡыуар Динар Ғәлимов та бар ине. Ғәлимовтарҙың ғаилә кәсебе – ит деликатестары, колбасалар етештереү, ит һатыу. Эшҡыуарҙың Шаран ауылында “Мясная лавка” кибете бар. Халыҡ-ара форумда “түңәрәк өҫтәлдәрҙә” Динар Ғәлимов башҡа илдәрҙән бизнесмендар менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙеләр.

- Үзбәкстан – ҡунаҡсыл ил. Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе миңә бик оҡшаны. Беҙҙе шатланып ҡаршы алдылар, бөтәһе лә бик яҡшы ойошторолған ине. Үҙбәкстанда колбаса етештереү яйға һалынған, һәм уларҙы колбаса етештереү өсөн йылҡы, һыйыр ите менән тәьмин итеү ҡыҙыҡһындыра, - тип билдәләне Динар Ғәлимов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: – Башҡортостан менән Үзбәкстан төбәктәре араһында емешле үҫеш өсөн ике дәүләт башлыҡтарының иҫ киткес дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, Рәсәй һәм Үзбәкстан халыҡтарының яҡшы күршелек мөнәсәбәттәре тарихы, төбәк-ара хеҙмәттәшлектең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе бар. Ә иң мөһиме - беҙ бергәләп иҡтисадыбыҙҙы үҫтерергә һәм республикаларыбыҙ халҡы яҡшыраҡ йәшәһен өсөн күп нәмә эшләргә теләйбеҙ.

 

Шаран эшҡыуары – “ИННОПРОМ” ҡатнашыусыһы
Шаран эшҡыуары – “ИННОПРОМ” ҡатнашыусыһы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас