+28 °С
Болотло

Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы директоры «Арктур» конкурсы лауреаты булды

Силәбелә «Арктур‑2026» исемле бөтә Рәсәй профессиональ конкурсының финалы үтте. Был ярышта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән — барлығы 46 урындан — 132 ҡатнашыусы йыйылды.

Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы директоры «Арктур» конкурсы лауреаты булдыБалалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы директоры «Арктур» конкурсы лауреаты булды
Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы директоры «Арктур» конкурсы лауреаты булды

Бер нисә көн дауамында ҡатнашыусылар үҙҙәренең уңыштары менән бүлештеләр: тәжрибә уртаҡлаштылар, яңы идеялар тәҡдим иттеләр, эшләнгән проекттарҙы күрһәттеләр, докладтар менән сығыш яһанылар, ҡыҙыҡлы дискуссиялар үткәрҙеләр. 

Башҡортостандың Туймазы районы исеменән сығыш яһаған ДД(Ю)Т директоры Андрей Михеев «Өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы мәғариф ойошмаһы етәксеһе» номинацияһында ҡатнашты һәм барыһын да бик уңышлы үттереп, «Арктур» конкурсының лауреаты статусын яуланы.

Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы директоры «Арктур» конкурсы лауреаты булды
Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы директоры «Арктур» конкурсы лауреаты булды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас