

Улар һалдаттарҙың сәләмәтлеген нығытырға һәм һуғышсан рухын күтәрергә ярҙам итеүсе шифалы бал һәм натураль продукттарҙы алғы һыҙыҡҡа ебәрә.
Баҡалы районында 350-нән күберәк умартасы, уларҙың 4800-гә яҡын умартаһы бар.Умартасылар йәмғиәте ассоциацияһы һәм Советы эшләп килә.Беҙ семинарҙар һәм осрашыуҙар үткәрәбеҙ,унда ҡатнашыусылар тәжрибәләре менән уртаҡлаша, проблемаларын хәл итә һәм киләсәк үҫеш стратегияларын билдәләй.
МХО башланғандан һуң беҙ ҙә, район умартасылары,яугирҙарға ярҙам итергә булдыҡ.Күптәр саҡырыуға ҡушылды һәм алғы һыҙыҡҡа тиҫтәләгән килограмм бал ебәрҙе.Бал иммунитетты нығыта, организмға һалҡын тейеүгә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә.
Бөгөнгө көнгә һуғышсыларға Урманай ауылынан Салауат Кашапов- 1590 кг,Ҡорос- Ҡарандан Андалис Ғарифуллин-54,Юлтимерҙән Сергей Измайлов-36,Юғары Троицкиҙан Анатолий Шабалин-55,Гүрҙебаштан Рузил Сөләймәнов Туймазы ҡалаһы аша- 30 һәм Баҡалы ауылы аша -36, Урманайҙан Азат Кашапов-45, Юлтимерҙән Иван Ванюков-36, Баҡалынан
Таһир Фәрүәзов-130,Таһир Насибуллин- 70, Фәнил Хәйретдинов-50 , Геннадий Никаноров-70, Анатолий Исаков-30,ЯңыҠатайҙан Илшат Усманов-50 кг бал ебәрҙеләр.
Яугирҙарға ярҙам итеү —кешеләрҙең яҡшылығы һәм берҙәмлеге ҙур көскә әүерелеүенең асыҡ миҫалы.Умартасылар үҙ эштәренең бал етештереү генә түгел, кешеләргә ысын хеҙмәт итеү икәнен дә иҫбатланылар.Алғы һыҙыҡҡа шифалы продукт оҙатып,беҙ тәбиғәт биргән көс менән генә түгел,күңелдең бер өлөшө менән дә уртаҡлашабыҙ.Был ярҙам дауам итһен, билдәле булыуынса,бал артыҡ булмай,ул тыуған яҡ йылыһын һаҡлаһа, бигерәк тә.
Салауат Кашапов.