

Әлиә социаль селтәрҙә баланың енесен белдереүгә арналған матур видео яҙҙырҙы. Кадрҙарҙа ата-әсә бергәләп ҡумтаны асалар, ә унан осоп сыҡҡан зәңгәр шарҙар баланың малай буласағын аңлата.
Әлиә әйткәнсә, икенсе йөклөлөк тураһында ул 31 декабрҙә белгән, һәм был хәбәр уларҙың ғаиләһе өсөн иң яҡшы яңы йыл бүләге булып сыға.
Шулай уҡ ул икенсе йөклөлөк уға ҡатмарлыраҡ бирелә, хатта үҙенең концерттарын да туҡтатырға тура килде, тип хәбәр итә.
Фото: Әлиә Төхвәтуллинаның социаль селтәрҙәге видеоһынан скрин.