

Күргәҙмәлә беҙҙең ғаиләләрҙә төрлө милләттәрҙең нисек үрелеүенә айырым иғтибар бирелде.Ҡамышлытамаҡ ауылында һәм уның тирә- яғында татар, башҡорт , рус һәм башҡа милләт вәкилдәре электән үк татыу йәшәй.Тап бына ғаилә был күп милләтле берҙәмлек барлыҡҡа килә һәм көндән-көн нығый бара торған урынға әүерелеп бара.Ҡеүәтле ағас үҙ тамырҙарына таянмайынса,ныҡлы һәм матур булып үҫә алмаған кеүек, кеше лә, үҙ нәҫеленең тарихын белмәйенсә, үҙ иленең лайыҡлы гражданы була алмай.
Бөгөн,бер ҡасан да булмағанса,үҙ шәжәрәңде өйрәнеү актуалләшә бара.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге донъяла күп кенә ғаиләләр йыраҡ туғандары менән генә түгел, яҡын туғандары менән дә элемтәне юғалта.Был иһә быуын ептәрен өҙөүгә килтерә.Шулай ҙа унынсы быуынға тиклем һәм унан да арыраҡ ата- бабалары иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған ғаиләләрҙе күргәс,ирекһеҙҙән уларҙы ихтирам итәһең һәм ғаиләңдең тарихын ныҡлап белеү теләге тыуа.
Күргәҙмәлә ғаилә ағастарын Ғарифуллиндар, Юнысовтар, Миңлеғәлиевтар, Раяновтар һәм Зәйдуллиндар ғаиләләре тәҡдим итте.Шулай уҡ танылған яҡташтарыбыҙ —Наил Йәүҙәт улы Баһауетдиновтың һәм Рәмил Инсаф улы Мөхәммәтовтың шәжәрәләре күрһәтелде.
Экспозиция мәҙәниәт йорто фойеһында урынлашты һәм тәүге минуттарҙан уҡ килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте.Жюри ағзалары һәр шәжәрә менән ҡыҙыҡһынып танышты.Зәйдуллиндар ғаиләһен айырым билдәләп үтергә кәрәк:Нурсилә Зәйдуллина үҙ шәжәрәһен тәҡдим итте,унда ғаиләләрендә татыу йәшәүсе 6 милләт вәкилдәре сағылыш тапҡан.
Был күргәҙмә илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн бик мөһим булған күп милләтле берҙәмлектең һәр йортта,һәр ғаиләлә сағылыш табыуын асыҡ дәлилләне.Тәҡдим ителгән шәжәрә —исем һәм даталар исемлеге генә түгел,ә төрлө халыҡтарҙың яҙмыштарынан, ғөрөф-ғәҙәттәренән һәм үҙ- ара ихтирамына үрелгән тулы бер тарих.
Гармонияла йәшәүсе алты милләтле Зәйдуллиндар ғаиләһе мәҙәни күп төрлөлөктөң ғаилә бәйләнештәрен байыта һәм нығыта алыуына яҡшы үрнәк булып тора.Был фестивалдә ҡатнашыусыларҙы ла, ғаилә йылъяҙмаларына ҡағылыу мөмкинлеге булған барлыҡ ҡунаҡтарҙы ла үҙ тарихтары,туғанлыҡ бәйләнештәренең ҡиммәте һәм был иҫтәлекте киләсәк быуындарға тапшырыуҙың мөһимлеге тураһында уйланырға рухландыра.Сөнки нәҡ бына ошо тамырҙарҙа,ошо бәйләнештәрҙә айырым ғаиләнең генә түгел,ә берҙәмлеккә һәм сәскә атыуға ынтылыусы бөтә йәмғиәтебеҙҙең көсө һәм тотороҡлолоғо ята.
Нурсилә Зәйдуллина/