

Мичуринск ауыл биләмәһенән 20 ҡатын-ҡыҙ уның активистары булып торалар. Волонтерҙар маскировка селтәрҙәре үрәләр, яугирҙарға әйберҙәр һәм аҡса йыялар, Еңеүгә ышаналар.
Волонтерҙар клубына Мичуринск ауылында йәшәүсе, Мичуринск ауылында балалар һәм һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютының элеккеге мөдире Әлфиә Петровна Нәфиҡова етәкселек итә. «Минең махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итәһем килде. Ауыл биләмәһе ижад коллективтары йыйылышында мин волонтерлыҡ эшмәкәрлеге башларға тигән тәҡдим менән сыҡтым, һәм ауылдаштарым мине хупланылар. «Йөрәктән йөрәккә» волонтерҙар клубы 2022 йылдың октябренән эшләй. Волонтерҙар клубы составына «Ауылдаштар» вокаль ансамбле (етәксеһе Венера Зөфәр ҡыҙы Зульпухарова), «Девчата» халыҡ вокаль ансамбле (етәксеһе Ләйсән Ринат ҡыҙы Әсмәндиярова) инде. Беҙҙе изге йөрәклелек һәм Еңеүгә ышаныс берләштерә», - тине Әлфиә Петровна.
Бына улар – ҙур һәм татыу волонтерҙар ғаиләһе – «Девчата» халыҡ вокаль ансамбле ағзалары Әлфиә Нәфиҡова, Ләйсән Әсмәндиярова, Венера Зульпухарова, Зилә Мусина, Татьяна Степанова, Хәлилә Әһлетдинова, «Ауылдаштар» вокаль ансамбле ағзалары Роза Әбделмәнова, Фикүзә Ғәлләмова, Рүзилә Ғимазетдинова, Галина Кәримова, Фәнүзә Нәжметдинова, Зөлфиә Миңлеғәлиева, Зәриә Сафина, Алина Ҡасимова, Мөғәлимә Хажиева, Клара Мөсифуллина, Люциә Мөхәмәтдинова, Яңы Тырбый ауылында йәшәүсе Гөлфиә Маннапова һәм Рәмзиә Әһәҙуллина, Шаран ауылынан Раушания Мусина.
Волонтерҙар клубы ағзалары эшләй башлауҙарының беренсе көндәренән хәйриә аҡсалары йыялар, яугирҙар өсөн гигиена саралары, кейемдәр, аяҡ кейемдәре, аҙыҡ-төлөк, маскировка селтәрҙәре үреү өсөн материалдар һатып алалар. Өс йылдан ашыу эшләү дәүерендә Мичуринск ауылы активистары йөҙ төргәктән ашыу маскировка селтәре үрәләр, биш йөҙҙән ашыу блиндаж шәме яһайҙар, ике йөҙҙән ашыу ҡап витаминлы сәй әҙерләйҙәр, тиҫтәләгән мендәрҙәр тегәләр, 20 килограммдан ашыу өй туҡмасы киҫәләр. Волонтерҙар шулай уҡ фронтҡа яңы йыл бүләктәре, яугирҙарға Мичуринск ауылының Мирғәй Фәрхетдинов исемендәге мәктәбе уҡыусыларынан асылмалар һәм хаттар, дрондарҙан һаҡланыу өсөн балыҡ тотоу йәтмәләре ебәрәләр.
https://vk.com/club212453691?w=wall-212453691_1930