+7 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
События и факты
9 Апреля , 06:21

"Айыҡ ауыл" - берҙәмлек бәйгеһе

Баҡалы районы Иҫке Ҡатай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабында икенсе йыл рәттән еңеү яулай.Үткән йылда республика этабында ҡатнашып,Финалист дипломына һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды ҡатайлылар.Район этабында еңгән өсөн бирелгән аҡса,иш янына ҡуш итеп,ауыл эсендәге юлдарҙы төҙөкләндереүгә һәм ауыл Советы тракторына үлән сапҡыс һатып алыуға тотонолдо.

"Айыҡ ауыл" - берҙәмлек бәйгеһе"Айыҡ ауыл" - берҙәмлек бәйгеһе
"Айыҡ ауыл" - берҙәмлек бәйгеһе

Иҫке Ҡатай халҡы быйыл да конкурсҡа әүҙем ҡушылды.Ҡатайлылар уңған,эшһөйәр булыуы менән дан тота.Урамдарҙың төҙөклөгө, яңыса ремонтланған өйҙәр,ҙур- ҙур йорттар ауылға инеү менән күҙгә ташлана.Нәҡ ошо конкурс сиктәрендә ауылда йәштәр өсөн заманса ял төрөн—

офф-роуд (англ. off-road —юлһыҙлыҡ) туризмын булдырыуға шарттар тыуҙырыла. Бының менән ҡыҙыҡһыныусы эшҡыуарҙар бар.Яҡын киләсәктә туризмдың был төрөн рәсмиләштереү күҙ уңында тотола.

Көмөш йәштәгеләр өсөн дауалау- физкультура күнекмәләре буйынса аҙнаһына 2 тапҡыр занятиелар үткәрелә башланы. Уны квалификациялы, стажлы белгес Айна Риф ҡыҙы Грюмова үткәрә.Занятиеларға хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар ҙур теләк менән йөрөй.

Тап ошо йылдарҙа заманса балалар майҙансығы ҡуйылды. Уның эргәһендә генә волейбол яратыусылар өсөн дә майҙансыҡ йыһазландырылды, беседка ҡуйылды. Һабантуй майҙанындағы сәхнә лә заманса төҫ алды. Бер нисә йылдан ошо майҙанға ултыртылған ағастар күләгәһендә байрамға килеүселәр ял итер.

Ауылыбыҙҙа 2 магазин, яңы форматтағы ФАП, почта бүлексәһе, мәҙәниәт йорто,китапхана,урта мәктәп эшләй." Әсәйҙәр" мәсете халыҡҡа дини хеҙмәт кенә күрһәтеп ҡалмай,айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауҙа әһәмиәтле эштәр башҡара.Мәктәп уҡыусылары өсөн каникулдарҙа,өлкәндәр өсөн аҙна һайын дин һәм әхлаҡ дәрестәре лә үткәрелә бында.Күрше- тирә ауылдарҙан дә килеүселәр ҙә юҡ түгел.Үткән йәйҙә мәсет бинаһын ҙурайтырға ҡарар ителде.Бының өсөн ауылдаштар ҙа, ошонда тыуып үҫеп ситтә йәшәүселәр ҙә-барыһы ла аҡсалата ярҙам күрһәтте,өмәләрҙә ҡатнашты.

Ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Кристина Ғәзетдинова,китапханасы Гөлсинә Шәмсетдиновалар тарафынан айыҡ тормошто данлаусы бик күп саралар үткәрелде.Халҡыбыҙҙың гүзәл традициялары,изге йолалары,“ Ҡаҙ өмәһе","Кис ултырыу"," Өләсәйем һандығы"," Туй һандығы",“Быйма байрамы" кеүек йола һәм милли байрамдарҙа халыҡ теләп ҡатнашты.Һалдат әсәләре менән осрашыуҙар ҙа йәш быуынға патриотизм үрнәге булһа,был ауылдаштарыбыҙға оло ихтирам билдәһе ул.Ғөмүмән, ауылдаштарыбыҙ МХО егеттәренә ярҙам итеүҙе бер өҙлөкһөҙ башҡара.Ул башланғандан бирле ауылдаштарыбыҙ Дамира һәм Рафаэль Күсемовтар үҙебеҙҙең егеттәргә генә түгел, Баҡалы районынан киткән һуғышсыларыбыҙ өсөн дә аҡса йыйыуҙы ойоштороп ебәреп, бөгөнгә тиклем дауам итәләр.Ирекмәндәр төркөмөнөң эшен дә Дамира Рәйес ҡыҙы етәкләй.Фронттағыларға кәбеҫтә тоҙлау,туҡмас киҫеү кеүек эштәр берҙәм башҡарыла.Быйыл беҙҙең ирекмәндәр селтәр үреүҙең икенсе схемаһын үҙләштерҙе.Фронтҡа инде бик күп селтәр һәм окоп шәмдәре оҙатылды.Шулай уҡ егеттәргә кейем- һалым,төҙөлөш кәрәк - яраҡтары, эш ҡоралдары, төрлө приборҙар һатып алып ебәрҙе ҡатайлылар.

Спорт йүнәлешендә лә ыңғай үҙгәрештәр бик күп.Муниципаль, район - ара, регион- ара ярыштар үткәреү,уларҙа ҡатнашыу әүҙемләште. Ауылыбыҙҙа спортты үҫтереү маҡсатында ата- әсәләрҙең инициатив төркөмө Рәсәй күләмендә " 7я" проекты менән конкурста ҡатнашып,ҙур еңеү яуланы. Мәктәпкә 1 млн һумлыҡ спорт инвентарҙары алынды.

Йәш быуынды сәләмәт рухта тәрбиәләү өсөн Л.Р.Ғәлиева етәкселегендәге мәктәп коллективы ҙур көс ҡуя. Бында волейбол, армрестлинг, саңғы, шахмат буйынса түңәрәктәр эшләй. Районыбыҙҙағы берҙән- бер тынлы оркестр ҙа беҙҙең мәктәптә, балаларҙың сығыштарын муниципаль кимәлдәге һәр сарала халыҡ яратып ҡабул итә.Ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре лә һәр ваҡыт матур сығыштары менән һөйөндөрә.Был коллективтарға Радик Әхмәтзәки улы Гәрәев етәкселек итә.Шулай уҡ мәктәптең бейеү түңәрәге- һәр сараның матур биҙәге.Уны Балалар ижад йорто методисы Дилә Фәрит ҡыҙы Хөсәйенова алып бара,район үҙәгенән йөрөп эшләй.Уға бик рәхмәтлебеҙ.

Ауыл территорияһында барлығы 15 предприниматель теркәлгән.Уның өсөһө- ауыл ерлегендә."Рәхимова Г.М" крәҫтиән - фермер хужалығы ауылыбыҙҙа теркәлмәһә лә, күп кенә ауылдаштарыбыҙ өсөн эш урындары булдырҙы, юғары эш хаҡы менән тәьмин итә.КФХ халыҡҡа йомортҡа һалыусы тауыҡтар һәм бройлер себештәр үҫтереп һатыу менән шөғөлләнә.З.Т.Нәбиева предприятиеһы урман хужалығы материалдары әҙерләү менән мәшғүл.Күп кенә ир- егеттәр эш урыны өсөн Зәлифә һәм уның улы Азамат Нәбиевтарға рәхмәтле.Кәримов Дамир,Синәғәтуллин Дамир,Зиннуров Илнур,Рәхимова Гөлназ,Шаригин Радик һәм башҡа эшҡыуарҙарыбыҙ ауылда үткәрелгән сараларҙа спонсорлыҡ ярҙамын даими рәүештә күрһәтәләр.

Иҫке Ҡатай ауылында " Айыҡ ауыл " республика конкурсының төп маҡсаттарына-сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу,изге эштәргә дәртләндереүгә ирешеүҙә ауыл Советы хакимиәте башлығы Булат Ильфир улы Садыҡов,эштәр менән идара итеүсе Эльвира Әсхәт ҡыҙы Рәипова,хәрби иҫәп белгесе Рәмзиә Рауил ҡыҙы Рәйеповаларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Быйылғы конкурста еңеүгә өмөт бар, әммә ошо мәртәбәле сарала ҡатнашып, киләсәккә айыҡ ҡараш булдырып,йәшәү шарттарын яҡшыртыуға аныҡ маҡсаттар ҡуйып, сәләмәт йәшәү рәүешенә тағы ла әүҙемерәк ҡушылыу үҙе ҙур еңеүҙер.

Лениза Ғабдуллина

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас