Киләһе уҡыу йылында Туймазы районы мәктәптәрендә музыка, физика һәм ИЗО дәрестәре яңы ҡорамалдар ҡулланып үткәреләсәк. Мәҫәлән, Иҫке Туймазы ауылы мәктәбенә музыка үҙәге, күсмә мобиль акустик система, музыка кабинеты өсөн микрофондар, мольберт тапшырыла.
Райондың тағы 29 мәктәбе лә шундай уҡ ҡорамалдар аласаҡ.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 879 мәктәптә 232 миллион һумдан ашыу суммаға музыка, һынлы сәнғәт һәм физика кабинеттары яңыртыласаҡ.