Тел - ул бер нәмәне лә алмаштыра алмаҫлыҡ мәҙәниәт символы. Һәм кеше күберәк тел белгән һайын, ул рухи яҡтан байыраҡ була! Балаларҙың башҡорт телен өйрәнеүендә төп бурыстарҙың береһе - ул халҡыбыҙҙың әҙәби мираҫына һәм фольклор байлығына таяныу.
Сараға педагогик хеҙмәт ветераны, БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Туймазы педагогия колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Кәримова ҡатнашты. Гөлнара Кәримова билдәләүенсә, фольклор мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың башҡорт телен өйрәнеүендә төп роль уйнай, сөнки ул телмәрҙе байытыуҙан тыш, балаларҙы милли мәҙәниәткә, әхлаҡи ҡиммәттәргә һәм йолаларға йәлеп итә. Әкиәттәр, йырҙар, мәҡәлдәр һәм уйындар аша балалар телде тәбиғи һәм мауыҡтырғыс формала үҙләштерә.
Гөлмирә Йәмил ҡыҙы тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм дидактик уйындарҙың мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың башҡорт телен өйрәнеү өсөн һөҙөмтәле инструмент булыуын күрһәтте. Ул телмәрҙе үҫтерергә, һүҙлек запасын байытырға, белемде нығытырға ярҙам итә, тип билдәләне.
Тәрбиәсе Венера Фәсхетдинова мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән «Дүрт дуҫ» әкиәтен сәхнәләштерҙе.