Фатима Мәсғүт ҡыҙы Яңы Тамъян ауылында тыуып-үҫә. Уның ата-әсәһе Мәсғүт Хөсәйен улы һәм Хажирә Фаррах ҡыҙы Хөсәйеновтар Калинин исемендәге колхозда эшләйҙәр. Атаһы 1941 йылда фронтҡа китә, яу ҡырында батырҙарса һәләк була, әсәһе дүрт баланы яңғыҙы үҫтерә. Ауыр ваҡыт була – аслыҡ, юғалтыуҙар, емереклелек, әммә «һуғыш балалары» барлыҡ ауырлыҡтарҙы лайыҡлы кисерәләр.
1952 йылда Иҫке Тамъян башланғыс мәктәбен тамамлағас, Фатима уҡыуын Баҙғыя мәктәбендә дауам итә. Ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ яҡшы уҡый, йырларға һәм бейергә өйрәнә. 1958 йылда урта белем алып, Фатима Калинин исемендәге колхозда төрлө эштәрҙә эшләй башлай. Эштә ике йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә.
1960 йылда Фатима Йомаҙыбаш ауылынан Вәзих Закировҡа кейәүгә сыға. Вәзих күп балалы ғаиләлә тыуып-үҫкән егет, ғаиләлә туғыҙ бала үҫәләр. Ул «Шишмә» колхозында механизатор булып эшләй. Ир менән ҡатындың бер-бер артлы балалары – Фәнзил, Фәһим, Әлфиә, Илшат тыуа. 1964 йылда Фатима Мәсғүт ҡыҙы Баҡалы район халыҡ мәғарифе бүлеге юлламаһы буйынса Октябрьский ҡалаһы педагогия училищеһына уҡырға инә. Һәм тиҙҙән Йомаҙыбаш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Йәш уҡытыусы эшен, балаларҙы бик ярата, тәбиғәткә, урындағы колхозға экскурсиялар ойоштора, уҡыусыларҙы данлыҡлы хеҙмәтсәндәр һәм хеҙмәт алдынғылары менән таныштыра, хеҙмәтте хөрмәт итергә өйрәтә. «Балалар күп ине, һәр класта 27-30 уҡыусы. Мин кесе мәктәп баҫҡысынан урта звеноға 10 сығарылыш оҙаттым», - ти Фатима Мәсғүт ҡыҙы.
Намыҫлы уҡытыусы Фатима Закирова белем биреү өлкәһендә 30 йыл эшләй, 1996 йылда лайыҡлы ялға сыға. Ул мәктәп етәкселеге һәм район халыҡ мәғарифе грамоталары менән бүләкләнә. Педагогик хеҙмәт ветераны үҙе эшләгән йылдарҙағы мәктәп директорҙарын рәхмәт хистәре менән иҫкә ала, улар Ғаяз Шәйхелисламов, Әнғәм Даянов.
Ирле-ҡатынлы Закировтар 44 йыл бергә ғүмер итәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2004 йылда Вәзих Закир улы яҡты донъяны ҡалдырып китә. Балалар үҫәләр һәм тормошта үҙ юлдарын табалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы Фәнзил 34 йәшендә ауырыуҙан вафат була. Фәһим улы Туймазы ҡалаһында йәшәй, эшҡыуар. Әлфиә ҡыҙы ла Туймазы ҡалаһында төпләнә, Туймазы ҡалаһы район-ара федераль һалым хеҙмәте инспекцияһында эшләй. Илшат Шаран ауылында йәшәй, үҙ ваҡытында ул Йомаҙыбаш мәктәбендә хеҙмәт дәрестәре уҡыта. Закировтар нәҫелен ете ейәне һәм туғыҙ бүлә-бүләсәһе дауам итә. Ейәндәре лә уңыштары менән һөйөндөрөп торалар. Ейәне Рәнис – Әлфиәнең улы, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай, Өфө ҡалаһында 18-се һанлы ҡала клиник дауаханаһында офтальмолог булып эшләй, ә ейәне Илнара – Илшат улының ҡыҙы, Башҡорт дәүләт медицина университеты педиатрия факультеты 4-се курс студенты.
Фатима Мәсғүт ҡыҙы 30 йыл инде лайыҡлы ялда. Хеҙмәт һөйөүсән Закировтар ғаиләһенең һәр ваҡыт ҙур хужалыҡтары була, ихатала бер нисә баш һыйыр, һыйыр малдары тоталар. Хәҙер Фатима апай тауыҡтар аҫырай. Балалары һәм ейәндәре һөйөклө әсәйҙәре һәм өләсәйҙәрен онотмайҙар, уның янына йыш ҡайталар, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итәләр.
Күршеһе Әминә Мөнәүир ҡыҙы оҙаҡ йылдар инде Фатима Закированың яҡшы дуҫы булып тора. «Фатима апай – игелекле һәм эскерһеҙ кеше, минең өсөн ул икенсе әсәйем кеүек», - ти Әминә Нәбиуллина.
Матур юбилей байрамында Фатима Закирова янына барлыҡ туғандары һәм яҡындары йыйылды. Салмалы ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ирнис Ғилемхан улы Мөхәмәтов хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе. Ул Фатима Мәсғүт ҡыҙына Шаран районы хакимиәте Маҡтау грамотаһы, район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Ирина Андреевна Никитинаның Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Сығанаҡ - https://vk.com/club212453691