0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
18 Март , 12:38

Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған сара үтте

Ошо уңайҙан Туймазы башҡорт тарихи‑мәҙәни үҙәгендә матур сара үтте.

Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған сара үтте
Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған сара үтте

Түңәрәк өҫтәлгә рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, украин милләттәренең вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡытыусылар һәм балалар йыйылды.

Сара сағыу сығыштар, йыр, шиғыр менән үрелеп барҙы. Ата-бабаларҙан беҙгә ниндәй уйын, йола, милли йыр-моң килеп етеүен сарала ҡатнашыусылар иғтибар менән тыңланы. Ағинәйҙәр ойошторған "Сатраш" уйынын бирелеп уйнаны.

Сара аҙағында түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шәжәрә ағасына һәр милләт вәкиле төшөрөлгән символик һүрәттәрҙе элде.

 

Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған сара үтте
Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған сара үтте
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас