-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
16 Март , 17:00

Изге йөрәкле волонтер

Салмалы ауылында дүртенсе йыл инде «Изге йөрәктәр» волонтерҙар төркөмө эшләй.

Изге йөрәкле волонтер
Изге йөрәкле волонтер

Волонтерҙар төркөмө эшмәкәрлегенә Зөлфиә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Шәйхуллина етәкселек итә.
Маскировка селтәрҙәре үреү станогы башта урындағы мәктәп фойеһында ине. Салмалы һәм Дүрмән ауылдарынан педагогтар, мәктәп уҡыусылары, волонтерҙар буш ваҡыттарында маскировка селтәрҙәре үрҙеләр. Еңеүгә ҡулдарынан килгән ҡәҙәр өлөш индерергә теләүселәр һаны көндән-көн артыуға бәйле, станоктарҙы Салмалы ауылы мәҙәниәт йортона күсерҙеләр.
Ауыл ирекмәндәре һәм Салмалы мәктәбе коллективы ярҙамында махсус хәрби операция зонаһына 47 маскировка селтәре, 400-ҙән ашыу окоп (блиндаж) шәмдәре оҙатылды, беренсел кәрәк-яраҡ әйберҙәр, медицина материалдары, дарыуҙар һатып алынды, шифалы үләндәр менән сәйҙәр, өй туҡмасы һәм яугирҙарыбыҙға кәрәкле башҡа әйберҙәр әҙерләп ебәрелде.
Быйыл йыл башында «Изге йөрәктәр» ҡатын-ҡыҙ волотерҙарыбыҙ һарыҡ йөнө әҙерләнеләр, йөн эрләнеләр, ойоҡбаштар бәйләнеләр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ебәрҙеләр. Әлеге барлыҡ изге ғәмәлдәрҙе Зөлфиә Шәйхуллина ойоштора. Уның ярҙамы менән махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙамға 162,140 һум аҡса йыйылды, был аҡсаларға спанбонд таҫмалары, маскировка селтәрҙәре үреү өсөн сеткалар, окоп шәмдәре яһау өсөн парафин һатып алынды. Матди ярҙамдары өсөн Салмалы, Дүрмән ауылдары халҡына ҙур рәхмәт!

Изге йөрәкле волонтер
Изге йөрәкле волонтер
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас