Муниципаль этапта райондың 14 мәктәп фольклор һәм театр коллективы ҡатнашты. Һәр коллектив конкурс темаһы буйынса тәүҙә эҙләнеү-тикшеренеү эшен башҡарырға, сценарий яҙырға һәм уның буйынса уҡыусыларҙың сығышының видеояҙмаһын төшөрөп ебәрергә тейеш ине.
14 февраль көндө театр коллективтары Балалар ижад йорто сәхнәһендә береһенән- береһе матур, йәнле сығыштары менән һөйөндөрҙө.
Конкурстың һәр этабының үҙенә айырым баһалау критерийҙары булдырылған. Ижади коллективтар сығышы оригиналлек, актёр оҫталығы, һайланған тема буйынса художестволы образды асыу маһирлығы, телмәр мәҙәниәте һәм сәхнәлә үҙеңде тотоу кимәле, репертуарҙа йәш үҙенсәлектәренең иҫәпкә алыныуы,тәрбиәүи ҡиммәте буйынса баһаланды.
Сәхнәлә башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәре Ш.Бабич( 1-се, 2-се урта мәктәптәр), М.Кәрим ( Балалар ижад йорто, Туҡбирҙе мәктәбе), Н.Асанбаев (Мостафа мәктәбе), Һ.Дәүләтшина (Иҫке Маты мәктәбе), рус яҙыусыһы, яҡташыбыҙ С.Т.Аксаков (Ҡамышлы мәктәбе), сәнғәт эшмәкәрҙәре Зәйтүнә Бикбулатова (Иҫке Маты мәктәбе), Йомабай Иҫәнбаев (Ҡатай мәктәбе), уҡытыусы, әүҙем йәмәғәтсе Рәбиға Ҡушаева, (Иҫке Маты мәктәбе), А.Матросов һәм М.Ғөбәйҙуллиндар батырлығын ҡабатлаған Мирғасим Ҡәйүмов (Иҫке Ҡорос мәктәбе) кеүек данлыҡлы шәхестәребеҙ образдары матур постановкалар, бай йөкмәткеле фольклор аша кәүҙәләндерелде. Һәр коллективтың ныҡлы әҙерлекле булыуы уларҙы әҙерләгән педагогтарҙың методик оҫталығын, тырыш хеҙмәтен күрһәтте. "Йәшерәм яулыҡ“, " Йөҙөк һалыш", "Түбәтәй" кеүек халыҡ уйындары, ҡара-ҡаршы әйтештәр, ҡурайҙа уйнау, ҡашыҡсылар сығышы, халыҡ йырҙары, йомаҡ ҡойоу- халыҡ ижадының төрлө жанрҙарын күреү мөмкин булды.
Барлыҡ критерийҙарҙы иҫәпкә алып, район мәғариф бүлеге методисы Р.Бәҙретдинова, ветеран-педагог М.Васяева, 2-се мәктәп китапханасыһы Т.Москвина, Баҡалы район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.Ғабдуллиналарҙан торған баһалама ағзалары бер тауыштан Ҡатай урта мәктәбенең "Мираҫ” фольклор коллективын еңеүсе тип таныны. Икенсе урын Баҡалының 1-се мәктәбенә, өсөнсө урын Иҫке Ҡорос мәктәбе фольклор коллективына бирелде. Абруйлы конкурста ҡатнашҡан һәр коллективҡа Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.“Мираҫ” театр һәм фольклор коллективына республика этабында ла уңыштар юлдаш булһын тип теләге килә.
Бындай конкурстар ойоштороу бик мөһим, сөнки йәш быуын данлыҡлы шәхестәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын, телен белергә, уның менән ғорурланырға тейеш. Бына шундай изге маҡсаттарға ирешеүҙә мәктәп театрҙарының роле баһалап бөткөһөҙ.
Лениза Ғабдуллина