- Апрелдә көндәр йылытҡас та, эштәр дауам ителәсәк. Июнь айында һул яҡта ремонт тамамланасаҡ һәм икенсе яҡта дауам ителәсәк. Юл үткәргестәге бөтә эштәрҙе тамамлау һәм объектты файҙаланыуға тапшырыу 2026 йылдың аҙағына планлаштырыла, - тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Билдәләп үтергә кәрәк, хәҙер юл үткәргес йөк машиналары хәрәкәте өсөн ябыҡ, ә еңел транспорт өсөн ҡаланан сығыу өсөн бер һыҙат буйынса хәрәкәт ойошторолған.
Эштәр башҡарылған ваҡытта альтернатив юлдар ҙа ойошторолған. Йөк машиналары Октябрҙең 70 йыллығы урамы районында юл үткәргес аша үтә ала, ә еңел автомобилдәр ҡалаға Совет һәм Чапаев урамдары буйлап тоннель аша инә ала.